Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттар ҡоролтай эшенә йомғаҡ яһап, киләсәккә бурыс-маҡсаттар билдәләне. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошманың отчет конференцияһы үтте. Тәүҙә Мәскәү башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе һайланды. Хәҙер ойошманы Дәүләт мәғариф университеты уҡытыусыһы Алһыу Буш етәкләй. Сарала ҡайһы бер саралар, атап әйткәндә, уҡыусылар өсөн «Эшҡыуарлыҡ мәктәбен» үҫтерергә, йәштәр форумдарын үткәрергә, яҡташтар ойошмаларын булдырыу өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә ҡарар ителде. Тарихи-әҙәби кисәләр, милли аш-һыу оҫталыҡ дәрестәре, ғаилә, тел клубтары ла планлаштырылған.



