Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы «Бейеү күңеле» премияһына лайыҡ булды. Абруйлы награда Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы менән «Балет» журналы мөхәрририәте тарафынан 30 йыл элек булдырылған. Быйыл уға тәүге тапҡыр илдең дүрт хореография учреждениеһы лайыҡ булды, улар араһында башҡорт училищеһы ла бар. Колледж 1985 йылдан балет һәм халыҡ бейеүҙәре артистарын әҙерләй, төбәктең мәҙәни проекттарында әүҙем ҡатнаша. Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурс-фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән даими рәүештә уңышлы сығыш яһай.




