Был турала хөкүмәт ултырышында белдерелде. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2022 йылдан алып 181 мәктәп бинаһы яңыртылған. Уҙған йылда 39 объект төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ ике балалар баҡсаһы һәм 2 колледжда ремонт башҡарылған. Был эш дауам итә. Федераль программалар 2027 йылға тиклем оҙайтылды. Тағы 78 бинала ремонт ҡаралған, - тине Андрей Назаров.




