Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә Өфө урамдарын төҙөкләндереү һәм тарихи биналарҙы яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, ҡаланың 450 йыллығына 19 мәҙәни мираҫ объектының фасадтары ремонтланған. Ә былтыр дүрт тарихи бина реставрацияланған.
Быйыл тағы ла Душиндар йортон тергеҙеү һәм Октябрь революцияһы урамы, 13 йорт адресы буйынса муниципаль объектты капиталь ремонтлауҙы тамамлау планлаштырыла. Өфөнөң тарихи үҙәгендә шулай уҡ тротуарҙарҙы яңыртыу буйынса күләмле проектты тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Бынан тыш, Рихард Зорге исемендәге һәм Калинин районындағы Хәтер скверҙарын төҙөкләндереү ҡарала. Шулай уҡ Ленин исемендәге паркты, Дзержинский һәм Миҙхәт Шакиров скверҙарын, Дим районының Баланов урман паркын да яңыртыу көтә.



