Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә яуға. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте. Ватан һаҡсылары ял осоронда ғаиләре менән булып көс-дәрт туплаған, көндәлек эштәр башҡарған. Яугирҙар алдында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһап, яҡташтарыбыҙға хәйерле юл теләне. Уларҙы оҙатырға туғандары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килгәйне. Яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты вәкилдәре оҙатыуында уңайлы автобустарҙа бара.



