Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәренә контракт буйынса хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,яңы төр ғәскәр былтыр ил Президенты һәм Ҡораллы көстәр министры ҡарары буйынса ойошторолдо. Ғафури районында йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаров махсус операция башланғандан алып һуғышта дрондар менән ҡулланған. Хәҙер ул яугирҙарҙың һәм уларҙың яҡындарының мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итә. Фронттан ҡайтҡас, ир хәрби комиссариатта эшләй документтар рәсмиләштерә һәм Ватанды яҡларға барырға йыйынғандарға консультациялар бирә. Ул беҙҙең ғәскәрҙәрҙә һуғыш яланын дрон күҙҙәре менән күрергә өйрәнгән хәрбиҙәр сафында тәүгеләрҙән.

Эшҡыуарлығымды туҡтатып тороп үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға юлландым. Снайпер ҙа булдым, артабан пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эшләнем. Беҙ уларҙы ҡул менән йыйып тигәндәй эш башлаһаҡ, хәҙер көрәште пилотһыҙ осоусы аппараттарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, был тармаҡ үҫә, һауанан ғына түгел, ерҙән да алыш тап улар ярҙамында.

Илья Макаров, махсус хәрби операция ветераны

Илья Макаров ҡатыны менән ҡошсолоҡ эшен дә алып бара. Ғаилә фермаһында мең ярым баш бүҙәнә иҫәпләнә. Ауыл хужалығы продукцияһы менән улар урындағы шифахананы, магазиндарҙы тәьмин итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ