Баш ҡаланың 21-се лицейында уҙған тантана Ленинградты блокаданан азат итеүгә 82 йыл тулған көндә ойошторолдо. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белемде һынауға ҡоролған олимпиадала 600 уҡыусы ҡатнаша. Һынау йәш быуында ил тарихы, ата-бабаларының данлы үткәненә ҡыҙыҡһыныу уята.
«Мин хәтерләйем, мин ғорурланам» олимпиадаһы 2013 йылдан алып үткәрелә һәм уның еңеүселәре Рәсәй вуздарына уҡырға ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә балл бирә.



