Башҡортостан кибеттәрендә 300 литрҙан ашыу сифатһыҙ һөт һатыуҙан алынды

Былтыр республика кибеттәрендә ҡулланыусылар талаптарына яуап бирмәгән 300 литрҙан ашыу һөт һатыуҙан алынған. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре һөт продукцияһын һайлағанда эсемлектең составына һәм файҙаланыу ваҡытына иғтибарлы булырға кәңәш итә. Сифатлы һөт һайлағанда нимәгә иғтибар итергә? Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Өфө ҡала һөт заводы белгестәре лабораторияла продукция сифатын тикшерә. Республика хужалыҡтарынан килтерелгән һөттөң бөтә партиялары тикшереү үткәс кенә продукция цехтарҙа эшкәртелә башлай. Һатыуға оҙатыласаҡ һөттөң аҡһымы, әселеге, майы, туҡлыҡлығы һәм башҡа күрһәткестәре талаптар буйынса теүәл булырға тейеш.

Белгестәр һөт һатып алғанда ҡаптарҙа продукцияның составын ҡарарға кәңәш итә. Һөт урынына һөт ҡушылған шыйыҡса булған осраҡта продукцияның файҙалы сифаттары ҡалмай тип әйтергә мөмкин. Һөт ҡаптарында продукцияны файҙаланыу ваҡытына ла иғтибар итергә кәрәк. Матур этикетка сифаттың юғары булыуын аңлатмай.

Кафе, ресторандарҙа һөт продукцияһына ихтыяж юғары. Ҡәһүә яратыусылар өсөн кокос,миндаль, ваниль һәм башҡа заманса ҡатнашмалар менән үҫемлек һөттәре тәҡдим ителә. Әммә баристалар әйтеүенсә, ҡулланыусылар ғәҙәти һөткә өҫтөнлөк бирә

Кафе хеҙмәткәрҙәре һөттөң документтарын тикшереүҙән тыш уны үҙҙәре тәмләп ҡарап ала.

Һөт продукцияһы файҙалы элементтарға бай. Тәбиғи аҡһымдан тыш унда Д, А витаминдары. калий, кальций, фосфор бар. Шуға ла һөт продукцияһы балаларға ла, өлкәндәргә лә сәләмәтлек өсөн кәрәкле аҙыҡ-түлек исемлегенә индерелгән. Һәм әлбиттә, продукцияның сифатын, шәхсән аллергия кеүек күрһәткестәрҙе иҫәпкә алыу мөһим.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ