Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә

Бөгөн Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ.

Бөгөн тап муниципаль киңлектәрҙә ил иҡтисадының тотороҡло үҫешенә нигеҙ һалына, бизнесҡа, социаль башланғыстарға яңы мөмкинлектәр асыла, төбәктәр һәм ил киләсәге формалаша. Башҡортостанда ла урындағы иҡтисади һәм йәмәғәт тормош үҫеше өсөн бар мөмкинлектәр ҙә тыуҙырыла. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам ителә, идаралыҡта һанлы технологиялар ҡулланыла, инфраструктура модернизациялана һәм инвестициялар индерелә. Һәр эш тә халыҡтың мәнфәғәтенән сығып урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып башҡарыла. Республикала форумда ҡатнашыусыларға күрһәтерлек өлгөләр-иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә тормошҡа ашырылған проекттар, муниципаль кимәл башланғыстары һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек моделдәре күп, тигән Радий Хәбиров «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумынында ҡатнашыусыларҙы сәләмләү хатында.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ