«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумында ҡатнашыусы ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Делегация ағзалары заманса үҙәк мөмкинлектәрен юғары баһалап иң яҡшы тәжрибәләрҙе башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыу теләген белдерҙе. Республика менән идара итеү үҙәге халыҡ һәм чиновниктар араһында бәйләнеш күпере булып тора. Үҙәк төбәк министрлыҡтары, ведомстволар, муниципалитеттар менән берлектә эшләй һәм тиҙ арала граждандар мөрәжәғәттәре буйынса мәсьәләлрҙе хәл итергә ярҙам итә.



