Учреждениела аутизмдан яфаланған балаларға дауалау һәм реабилитация курсы уҙғарыла. Әлегә өс меңдән ашыу кескәй пациентҡа ярҙам күрһәтелгән. Улар өсөн массаж, физио-, арт-терапия кабинеттары эшләй, дауалау физкультураһы ойошторола. Телмәр үҫтереү дәрестәре ҡаралған. Волга буйы федераль округында иң яҡшылар иҫәбендә булған медицина үҙәге эшмәкәрлеге менән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев та танышты. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.



