Республикала үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгәндәр ҙә түләүле больничный алырға хоҡуҡлы

Был мөмкинлек быйыл ирекле страховкалау экспериментында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылған. Аҡсалата компенсация алыу өсөн Рәсәй пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә теркәлергә кәрәк. Уны «Минең һалымым» ҡушымтаһы ярҙамында эшләү уңайлы. Бөгөн 125 кешенән гариза ҡабул ителгән да инде. Шулай уҡ үҙмәшғүлдәр социаль фонд бүлексәһенең уңайлы клиент хеҙмәтенә йәки дәүләт хеҙмәттәре аша мөрәжәғәт итә ала. Страховка иғәнәләрен теркәлгәндән һуң киләһе айҙан түләргә кәрәк.

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләүҙәр стажға һәм түләнгән иғәнә осорона бәйле. Ғаризаны 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем бирергә кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ