Кәсепселәрҙе, ғилми учреждение белгестәрен һәм власть вәкилдәрен берләштергән күләмле сара 30 ғинуарға билдәләнгән. Ҡатнашыусылар бал ҡорттарын республикаға легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк. Шулай уҡ тармаҡ үҫешенә бәйле, донъя баҙарына бал продукцияларын сығарыу һорауы ла ҡаралыр тип көтөлә. Ошо маҡсатта, форум сиктәрендә эксперттар ҡатнашлығында пленар ултырыш билдәләнгән. Сара Башҡорт дәүләт аграр университеты майҙанында үтә.



