Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә

Улар йәш быуынды тәрбиәләй. Баймаҡ районында «Йыл уҡытыусыһы- 2026» һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы үтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Йыл уҡытыусыһы»-һәләтле, ижади һәм үҙ эшенә тоғро педагогтарҙы берләштерә. Конкурс тәжрибә уртаҡлашыу, яңы идеялар эҙләү һәм уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын күтәреү йәһәтенән әһәмиәтле.

Конкурс райондың мәғариф өлкәһендә рухлы, талантлы белгестәрҙе асыҡланы. Тап шуларҙың береһе, Төркмән ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Таңсулпан Мәҡсүтова. Ул үткәргән асыҡ дәрес фәһемле лә, мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла булды.

Бәйге барышында райондың иң яҡшы уҡытыусылары үҙҙәренең методикаларын, оҫталығын һәм инновацияларын күрһәтте. Улар конкурстың һәр этабына ентекле әҙерләнде.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ