Быйылғы турнир тарихтағы беренсе донъя һәм Европа чемпионы Ғабдрахман Ҡадировтың 85 йыллығына арналды. Билдәле мотоуҙышсы иҫтәлегенә 27-се тапҡыр ойошторолған спорт сараһы илдең иң көслө уҙышсыларын, шул иҫәптән күп тапҡырҙар Рәсәй, Европа һәм донъя чемпиондарын йыйҙы. Ярышта ҡатнашыусылар майҙанды ҡырҡ тапҡыр ураны. Өфөнән Никита Богдановҡа етеүсе булманы. Яҡташыбыҙ Ғабдрахман Ҡадиров мемориалында 2020 йылдан алып бишенсе тапҡыр беренсе урын яуланы.



