Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөләге «Стеклонит» заводында булып, яңыртылған производство майҙансыҡтарын ҡараны. Шулай уҡ төбәк етәксеһе иғтибарына «Росатом» композит технологиялар дивизионының күргәҙмә экспозицияһы ла тәҡдим ителде. Предприятие биләмәһендә үткән «Сәнәғәт сәғәте»ндә тармаҡты үҫтереү, хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса мөһим ҡарарҙар ҙа яһалды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Юл төҙөлөшөнән алып инфраструктура һәм сәнәғәт объекттарын күтәреүгә тиклем-«Стеклонит» заводында быяла еп нигеҙендә етештерелгән композит изделиелар, арматуралаусы материалдар менән геосинтетикаға ихтыяж юғары. Продукция Рәсәй төбәктәренән тыш, яҡын сит илдәргә лә оҙатыла. 2024 йылда «Росатом» дәүләт корпорацияһы составына ингән компания бөгөн күләмле инвестиция программаһын тормошҡа ашыра.
«Стеклонит» заводы продукцияһының тәүге сәнәғәт партияһы 1963 йылда сығарылған. Иҡтисади күрһәткестәрҙе арттырыу, эш сифатын, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә юғары иғтибар бүленә. Тверь ҡалаһынан Өфөгә производство майҙансығын күсереү ҙә-предприятие үҫеше өсөн уңышлы ҡарарҙарҙың береһе була. Һуңғы ике йылда ғына акционерҙар йәмғиәте тарафынан алты инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Яңы эш урындары барлыҡҡа килгән.
Предприятие алдына производство ҡеүәттәрен арттырыу, тауар экспорты буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған. Ошо маҡсатта былтыр производство цехтарын капиталь ремонтлауға, яңы ҡорамалдар һатып алыуға ярты миллиард һумдан ашыу инвестициялар йүнәлтелгән. Әле технологик процессты яңыртыу буйынса монтаж эштәре дауам итә.
Төбәк етәксеһе ҡатнашлығында үткән «Сәнәғәт сәғәте»ндә предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре, инвестиция программалары ҡаралды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, компанияның «Росатом» ҡарамағында булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Кәңәшмәлә республика сәнәғәт предприятиелары менән берлектә импортты алмаштырыу һәм кооперация мәсьәләләре ҡаралды. Инженер кадрҙар әҙерләү һәм Башҡортостан юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеккә лә айырым иғтибар йүнәлтелде.
«Стеклонит» заводы менән Республика мәшғүллек үҙәге төҙөгән килешеү нигеҙендә хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса уҡыу программаһы әҙерләнгән. Былтыр субсидия ярҙамында һикһәнгә яҡын белгес һөнәри белемен камиллаштырған. Инвестор тарафынан проиводство майҙандарын тәртипкә килтереп, продукцияның яңы төрҙәрен сығара башлау бурысы ҡуйылған, ә, был, тәү сиратта, үҫеш күрһәткестәрен тағы ла яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина




