Башҡортостанда «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-сө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көнө үтә. Эшлекле сара сиктәрендә өс көн дауамында тотош илдән йыйылған муниципаль хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән танышасаҡ. Бөгөн тап муниципаль киңлектәрҙә ил иҡтисадының тотороҡло үҫешенә нигеҙ һалына, бизнесҡа, социаль башланғыстарға яңы мөмкинлектәр асыла, төбәктәр һәм ил киләсәге формалаша. Республика муниципаль йүнәлештә үҫешкән алдынғы төбәк иҫәпләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Өфөгә-белем үҙләштерергә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған 500 муниципаль хеҙмәткәр Башҡортостанда асылған «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумына йыйылды. Төбәктә форумда ҡатнашыусыларға күрһәтерлек өлгөләр --иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә тормошҡа ашырылған проекттар, муниципаль кимәл башланғыстары һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек моделдәре байтаҡ.
Форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Делегация ағзалары заманса үҙәк мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Республика менән идара итеү үҙәге халыҡ һәм чиновниктар араһында бәйләнеш күпере булып тора. Үҙәк төбәк министрлыҡтары, ведомстволар, муниципалитеттар менән берлектә эшләй һәм тиҙ арала граждандар мөрәжәғәттәре буйынса көндәлек мәсьәләлрҙе хәл итергә ярҙам итә.
«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумы сиктәрендә делегациялар өсөн 5 эшлекле маршрут ойошторолдо. Шишмә һәм Благовещен райондарында ҡунаҡтар төбәктең сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Стәрлетамаҡта «Башпласт» ойошмаһында «Асыҡ муниципалитет» тәжрибәһе презентацияһы үтте. Эш сәфәре барышында Шихан заводына экскурсия ойошторолдо.
Өс көн дауам итәсәк форум яңы тәҡдимдәр,аралашыу, ижади һәм креатив башланғыстарҙы туплау майҙансығы булып тора. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр тәжрибә уртаҡлашып иң яҡшы өлгөләрҙе башҡа субъекттарҙа тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Ф.Миһранова



