Шаран районында махсус хәрби операция ветерандарына арналған фольклор байрамы үтте

Шаран районы Дүртөйлө мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операция ветерандары хөрмәтенә фольклор байрамы уҙҙы. Сарала «Әхмәт» һәм «Матрос» ҡушаматлы хәрбиҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, уҡыусылар, Дүртөйлө ҡатын ҡыҙҙар советы ағзалары һәм «Бетеү» ирекмәндәр клубы вәкилдәре ҡатнашты. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Валентина Жукова ойошторған сара йыр- бейеү менән генә сикләнмәне. Оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, ағинәйҙәр йәштәргә яугирҙар өсөн йылы ойоҡбаш бәйләргә өйрәтте. Осрашыуға килеүселәр махсус хәрби операцияға артабанғы ярҙам ойоштороу тураһында һөйләште.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ