Благовещенда яңы заманса балалар поликлиникаһы асылды

Благовещен ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы медицина ярҙамын бөтөнләй икенсе шарттарҙа тәҡдим итә. Бәләкәй пациенттар өсөн иҫәпләнгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ике йыл эсендә төҙөлә. Поликлиника тулыһынса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ультратауыш, лазер һәм башҡа медицина ҡорамалдары. Благовещенда асылған яңы балалар поликлиникаһының физиотерапия кабинеты кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылды, ти Дамира Шакирова. 38 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған шәфҡәт туташы һүҙҙәренсә, яңы шарттарҙа эшләү күпкә ҡыуаныслыраҡ.

Благовещен ҡалаһындағы поликлиника Яңы йыл байрамдарынан һуң тулы көс менән эш башлай. Ике ҡатлы бинала хирург, офтальмолог, дауалау физкультураһы, массаж өсөн дә айырым кабинеттар урынлашҡан. Ҡуйылған заманса медицина ҡорамалдарына ҡарап республиканың ҙур ҡала поликлиникалары ла көнләшерлек.

Быға тиклем балалар поликлиникаһы өлкәндәр менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашһа, хәҙер ул айырым бинала. Уларҙы бөгөн уңайлы үткәүел тоташтыра. Өлкәндәр өсөн поликлиника сменаһына 725, балаларҙыҡы 150 ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бынан тыш, яңы бинала 19 урынлыҡ көндөҙгө стационар ҙа эшләй. Медицина учреждениеһы йәмғеһе 10700 баланы хеҙмәтләндерә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ