Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан ошо турала белдерәләр. Ҡатын социаль селтәрҙә бер ир менән танышҡан. Ул әңгәмәсеһенә ҙур аҡса эшләргә ярҙам итергә вәғәҙәләгән, ялған брокер менән таныштырған. Ҡатын күрһәтелгән иҫәп буйынса аҡса күсергән. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан “уйындан” сығырға теләгән, аҡсаларын кире ҡайтарыуҙы һораған. Аферистар һалынған сумманы бирмәгән. Киреһенсә көн һайын иғәнә күсереүен талап иткән. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, таныш булмаған кешеләр менән аралашыу, билдәһеҙ иҫәпкә аҡса күсереү, шәхси мәғлүмәттәрҙе таратыу ҙур юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал.




