Республика Милли архивы шәжәрәләр төҙөргә ярҙам итә

 Премьер-министр Андрей Назаров  рәйеслегендә уҙған Хөкүмәт ултырышында архив хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә эште камиллаштырыу  мәсьәләһе ҡаралды. Бөгөн архив фондында 9 миллион 300 меңдән ашыу документ иҫәпләнә. Башҡортостан Волга буйы федераль округында дәүләт архивтарында һаҡлана торған документтар буйынса 7-се, архив эштәренең һанлаштырылған биттәр һаны буйынса икенсе урында, тине Андрей Назаров. Уҙған йылда 7 меңдән ашыу документ тәртипкә килтерелгән- улар тышланып  тегелгән, архив тартмалары әҙерләнгән, реставрация һәм дезинфекция уҙғарылған. Ултырыш барышында документаль мираҫты һаҡлау өсөн матди-техник базаны яңыртыу һәм кадрҙар потенциалын системалы нығытыу мөһимлеге билдәләнде.

Фото №1 - Республика Милли архивы шәжәрәләр төҙөргә ярҙам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ