Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумы бара

Сараның пленар ултырышы бөгөн «Торатау» конгресс холында үтте һәм муниципаль үҫешкә арналды. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева ҡатнашты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» бөтә Рәсәй форумы өсөнсө тапҡыр ойошторола. Күләмле, абруйлы сараны быйыл тап Башҡортостанда ойоштороу осраҡлы түгел. Республика уңышлы эш тәжрибәләре менән дан тота. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға ярҙам сараларын айырым билдәләп үтте.

Форумда илдең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Муниципаль хеҙмәт вәкилдәре уңышлы эш алымдары менән бүлешә, биләмәләрҙе үҫтереү пландары менән уртаҡлаша. Мәҫәлән, Ауырғазы районында шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса йәнле ауыл программаһы эшләй. Ә Хәйбулла районында социаль проблемаларҙы хәл итеүгә сәнәғәт предприятиелары йәлеп ителә

Кесе Ватан Рәсәйҙең көсө форумы өс көн дауам итә. Сара сиктәрендә тиҫтәгә яҡын түңәрәк өҫтәл ҡаралған, улар муниципаль берәмектәрҙе борсоған төп йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.

Оло даръялар бәләкәй генә инештәрҙән башланған һымаҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади күрһәткестәре муниципаль берәмектәрҙең хеҙмәт ҡаҙаныштарынан, уңыштарынан үрелә. Әлеге ваҡыта респулика буйынса тормошҡа ашырылған дөйөм күләмле программаларҙан тыш һәр бер ҡала районда үҙенең генә йөҙөн билдәләгән проекттары бар. Улар төбәктең үҙенсәлеген иҫәпкә алып, ошо ерлектә йәшәгән халыҡтың ихтыяжын, мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп төҙөлә. Форум уңышлы эш тәжрибәләрен танытыу, таратыу мөмкинлеге бирә.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ