Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплай

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплай. Улар маскировка селтәрҙәре үрә, ямғырҙан һаҡлаусы кейемдәр тегә, окоп шәмдәре эшләй. Ирекмәндәр Башҡортостан таможняһы менән хеҙмәттәшлек итә, улар аша алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк оҙата. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Уларҙы «Бал ҡорттары» тип атайҙар. Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары оло йәштәгеләргә ярҙам итә, хәйриә акциялары ойоштора, мохтаждарға аҙыҡ-түлек ташый, байрамдар менән ҡотлай. Махсус хәрби операциянан да ситтә тороп ҡала алмайҙар. Тәүҙә өйҙә ойоҡбаш бәйләһәләр, һуңынан маскировка селтәрҙәре үреүгә тотоналар.

Йыйылыу урыны-урындағы мәҙәниәт йорто. Маскировка селтәрҙәре үреү өсөн станок, тегеү машиналары, окоп шәмдәре эшләү өсөн мөйөш... Эш ҡатмарлы булмаһа ла, ваҡыт һәм көс талап ителә, ти ирекмәндәр.

Гуманитар йөктө Шишмә районы ирекмәндәре Башҡортостан таможняһы аша оҙата. Инспекторҙар яугирҙар һорауы буйынса пилотһыҙ осоу аппараттары комплекттары, рациялар һатып алған. Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре өсөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ылау йыйыу бик яуаплы эш. Былтыр ғына ярты миллион һумдан ашыу суммаға 15 партия гуманитар йөк алғы һыҙыҡҡа барып еткән.

Таможня хеҙмәткәрҙәрен ремонт ротаһы менән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Уларға утҡа сыҙамлы туҡыма һәм 3d принтер өсөн пластик ебәрелә. Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу ниәте өҙлөкһөҙ ылау тупларға этәрә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ