Фәнир Муллағәлиев — Шаран районының данлы хеҙмәт ветераны, игенсе һәм ғаилә терәге

Ҙур һәм татыу ғаиләгә нигеҙ ҙә һалған, тыуған еренең ырыҫын да арттырған. Шаран районы ҠырТеләүле ауылында йәшәүсе Фәнир Муллағәлиев Калинини исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. Механизатор уҙған быуаттың 70 -се йылдарында Шаран районы комбайнсылары араһында иген урыуҙа чемпион булараҡ таныла. 8500 центнер уңыш йыйып ул «Урал» мотоциклы менән бүләкләнә. 1977 йылдан һарыҡсылыҡ фермаһын етәкләй. 2500 һарыҡ тотҡан хужалыҡ ул йылдарҙа алдынғы хужалыҡтар рәтенә сыға. Ауыл хужалығында ҡырҡ йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фәнир Муллағәлиевтың ҡулдары әле лә тик тормай, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр йыйылғанда моңло гармун көйҙәре сығара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ