Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң ҙур һыра ҡайнатыу компанияһының Өфө филиалында булды

Төбәк башлығы компания етәксеһе Николай Тюрников менән производствоны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе, шулай уҡ хеҙмәт коллективы менән аралашты. 1999 йылда эшләй башлаған завод бер нисә модернизация этабын үткән.

Предприятиела бөтәһе 270 хеҙмәткәр иҫәпләнә. «АБ ИнБев Эфес» филиалы төрлө һауыттарҙа 76 төр эсемлек сығара. 2024 йылдан предприятиела етештереү ҡеүәттәрен модернизациялау буйынса 1 миллиард 400 миллион һумлыҡ инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Радий Хәбиров идара итеү командаһының эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Заводта эшләүселәргә күп йыллыҡ хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ