Мәктәп имтихандарына әҙер яуаптарҙы интернетта тыйырға тәҡдим ителде

Рәсәйҙең мәғариф министрлығы мәктәп уҡыусыларының имтихандарға әҙерлегенә үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты әҙерләй. Ведомство Берҙәм дәүләт һәм Дөйөм дәүләт имтихандары буйынса эштәргә яуаптарҙы, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һәм федераль дәреслектәрҙәге әҙер эштәрҙе тыйылған мәғлүмәт реестрына индерергә тәҡдим итә. Эксперттар был башланғысҡа бәйле төрлө фекерҙә. Тулыраҡ киләһе материалда.

10-cы синыф уҡыусыһы Әмир Йосопов Берҙәм дәүләт имтихандарына әле үк әҙерләнә башлаған. Алда ҙур һынау көтә. Үҫмер профилле математика менән информатиканы һайларға иҫәп тота. Күнекмә эштәрҙе ул белем усағында уҡытыусыһы менән бергә эшләй, шулай уҡ репетиторҙарға йөрөй. Ә бына әҙер яуаптары булған интернет сығанаҡтарҙы үҙһенмәй.

Шулай ҙа күпселек мәктәп уҡыусылары өсөн әҙер эштәр бирелгән сайттар-ҡотҡарыу сараһы. Әммә был барыһы ла яуаптарҙы уйламай күсереп ала тигән һүҙ түгел, улар ярҙамында имтихандарға әҙерләнеүселәр ҙә байтаҡ. Рәсәй мәғариф министрлығы Берҙәм дәүләт һәм Дөйөм дәүләт имтихандарына, Бөтә Рәсәй олимпиадаһына эштәргә яуаптарҙы тыйылған мәғлүмәт реестрына индереү башланғысы менән сыҡты. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, федераль дәреслектәрҙәге әҙер өйгә эштәр ҙә сикләүҙәргә эләгеүе ихтимал.

Бер яҡтан, яҡшы башланғыс тип иҫәпләйем. Сөнки әҙер яуаптар уҡыу процессына кире йоғонто яһай, балаларҙың дәрескә әҙерләнергә теләге кәмей. Шул уҡ ваҡытта әгәр закон проекты ҡабул ителгән осраҡта, уҡыусылар барыбер мәғлүмәт эҙләү эшен дауам итәсәк, һәм был эҙләү процессы уларҙы ҡайҙа алып барыр тигән һорау ҙа тыуа.

Эмиль Сәғитов, Өфөнөң 45-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Бындай башланғыстың маҡсаты-уҡыусыларҙың үҙаллы эшкә теләген күтәреү һәм академик намыҫлылыҡты нығытыу. Тыйылған материалдар менән сайттар Роскомнадзор тарафынан блокировкаға ҡуйыласаҡ. Әммә белгестәр бындай башланғыстың кире эҙемтәләренән ҡурҡа. Сөнки уҡытыу порталдары, блогтар тыйылыуы ихтимал.

Ябай өйгә эште күсереүҙе генә алһаҡ, был проблема күптән килә, педагогтар кимәлендә хәл ителә. Әҙер эштәрҙе ҡулланыу мөмкинлеген үҙаллы уҡыу булараҡ та ҡарарға мөмкин. Шуға күрә яңы ҡануни башланғыс бар яҡтарҙы ла иҫәпкә алып эшләнергә тейеш.

Федан Ғафаров, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының мәғариф буйынса комиссия белгесе

Уҙған йылдарҙағы эштәрҙе баҫтырыуҙы тыйыу айырыуса хәүеф тыуҙыра. Тап улар уҡыусыларға имтихандарға һәм ҡатмарлы олимпиада мәсьәләләренә әҙерләнергә ярҙам итә. Бынан тыш, түләүле онлайн-курстар финанс яҡтан бөтәһе өсөн дә асыҡ түгел. Икенсе фекер ҙә бар. Ҡайһы бер эксперттар билдәләүенсә, балаларҙың бындай әҙер материалдарға мөрәжәғәт итеү проблемаһы ни өсөн барлыҡҡа килеүен дә асыҡларға кәрәк.

Интернет ресурстарҙы ҡулланыу-балала белемгә, һәләттәргә, ярҙамға дефицит булыуын күрһәтә. Әгәр ата-әсә, уҡытыусылар тарафынан иғтибар булһа, уларҙа әҙер яуаптар эҙләүгә теләк булмаҫ ине.

Анна Столь, Башҡортостан фәндәр академияһы стратегик тикшеренеүҙәр институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре
Башбат

Тәҡдим ителгән сикләүҙәр тулыһынса ярҙам сараларынан тыйыуҙы аңлатмай. Дәреслектәр һәм уларҙың электрон версияларындағы рәсми мәғлүмәттәр һәм мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһын ойоштороусылар баҫтырған эштәр һәм яуаптар барыһы өсөн дә асыҡ буласаҡ. Әлегә закон проекты педагогик экспертиза үтә.

Хоҡуҡи акттар проекттары федераль порталында теләгән һәр кем башланғыс буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаша ала, тәҡдимдәр ҡабул ителә. Бының өсөн сайтта шәхси теркәү үтергә кәрәк.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ