Милли мессенджерҙа медицина хеҙмәттәре күрһәтелә башланы. Был МАХ-ты Берҙәм медицина-мәғлүмәт системаһы менән көйләү һөҙөмтәһендә мөмкин була. Хәҙер махсус чат-бот аша теләгән һәр кем табипҡа яҙыла йәки яҙылыу ваҡытын үҙгәртә ала. Яңылыҡ бер ай элек индерелә, ошо ваҡыт эсендә 20 меңдән ашыу Башҡортостан халҡы был мөмкинлек менән файҙаланып та өлгөргән.
Табипҡа яҙылыр өсөн МАХ ҡушымтаһына инеп махсус чат-ботты табырға, СНИЛС һандарын һәм тыуған көнөгөҙҙө яҙырға кәрәк. Артабан, күрһәтелгән исемлектән медицина учреждениеһын һәм кәрәкле белгесте табып, яҙылырға ғына ҡала.



