Радий Хәбиров: "Барыһы ла Еңеү өсөн!"

Радий Хәбиров Башҡортостан парламенты депутаттарына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. “Махсус хәрби операция беҙҙең ил өсөн етди һынау булды. Рәсәй хәрби, итисади һәм идеологик баҫымға ҡаршы тора.  Махсус операция – глобаль низағ, донъяла ғәҙел тәртип булдырыу өсөн көрәш. Бөгөн Рәсәйҙең яҙмышы, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге билдәләнә. Беҙ туғандаш Украина халҡы менән алышмайбыҙ, беҙҙең дошманыбыҙ - неонацизм. Уға ҡаршы тороу өсөн йәмғиәттең берләшеүе мөһим”, - тине Башҡортостан Башлығы. Ул фронтҡа ярҙам иткән, Еңеү өсөн тылда ҙур өлөш индергән республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров: "Барыһы ла Еңеү өсөн!"

Республика етәксеһенең  мөрәжәғәтнамәһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Унда хәрбиҙәр, йәмәғәтселек вәкилдәре, ойошма һәм предприятие етәкселәре һәм хеҙмәт алдынғылары ҡатнашты.

Фото №1 - Радий  Хәбиров: "Барыһы ла Еңеү өсөн!"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ