Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларҙы 4 миллионға байытҡан

Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан ошо турала белдерәләр. Кешеләр йышыраҡ ялған инвесторҙарҙан алдана. Тиҙ арала табыш алыу маҡсатында билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсерә. Мәҫәлән, Мәләүездән 47 йәшлек ир телефондағы тауышҡа ышанып, 1 миллион ярым аҡсаһын инвестиция булараҡ һала. Әммә сумма ла, уға килем алырға вәғәҙә иткән кешеләр ҙә юҡҡа сыға. Белгестәр шәхси мәғлүмәттәрҙе таратмаҫҡа кәңәш итә. Интернетта шикле һылтанмалар буйынса үтеү шулай уҡ зян килтереүе ихтимал.  

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларҙы 4 миллионға байытҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ