Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу ветеран хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Был турала Республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә был йүнәлештә алып барылған эште көсәйтергә ҡушты.
Башҡортостанда фронттан ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе реабилитациялау, социаль адаптация һәм эшкә урынлаштырыу буйынса эш алып барыла. Бөгөнгә уларҙың 90 процентҡа яҡыны диспансер тикшеренеүе үткән. Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә 7 мең 600-ҙән ашыу яугир дауаланған.




