Радий Хәбиров бөгөн парламентта сығыш яһаны. - Махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү өсөн оборона-сәнәғәт комплексын нығытырға кәрәк. Бөгөн республика дәүләт оборона заказын үтәүсе предприятиелар бар, тине ул. Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә айырыуса уңышҡа ирешкән хеҙмәт коллективтарын генерал Шайморатов ордены менән бүләкләү тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Оборона заказын үтәүсе барлыҡ предприятиелар иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, - тине Республика Башлығы.




