Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры рәйеслегендә үтте. Осрашыу башында Салауат ҡалаһы бизнес-шерифының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелде. Әле ҡалала 96 миллиард һумлыҡ 101 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, бизнес муниципалитет тормошонда әүҙем ҡатнаша. Андрей Назаров билдәләүенсә, ҡала барлыҡҡа килтереүсе йәки эре предприятиелар урындағы бәләкәй һәм урта бизнес менән үҙ-ара эш итһен өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Шулай уҡ ултырышта инвестиция проекттары ла ҡаралды. Атап әйткәндә, Шишмә районында медицина үҙәге төҙөү һәм Архангел районында туристик база булдырыу планлаштырыла. Ике объектты ла 2031 йылға ҡарай сафҡа индереү күҙаллана.



