Өфөлә махсус хәрби операция ветеранының фатиры «Аҡыллы йорт» системаһына яраҡлаштырылды

Ватанды һаҡлаусылар фондының төбәк филиалы Өфөлә йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Иван Щербаковтың фатирын Аҡыллы йорт системаһына яраҡлаштырҙы. Республикала бындай системалар 51 яугир йортона ҡоролған, әле 40 хәрбиҙең торлағы йыһазландырыла.

Ут эсендә үлемдән саҡ ҡалған саҡтары күп булған Иван Щербаковтың. Мәхшәр тураһында хәҙер телефонындағы видеолар, фотолар хәтерләтә. Махсус хәрби операциянан аяғын юғалтып булһа ла ҡайтып һәр көндө ғаиләһе менән уҙғарыуҙы яңы тормош башлау кеүек ҡабул итә.

Протез аяҡ менән яңыса йәшәргә күнегеп тә бара. Фатирҙа уға ярҙамсы барлыҡҡа килә-Ватанды һаҡлаусылар фондының төбәк филиалы яугирҙың торлағын Аҡыллы йорт системаһына яраҡлашырған.

Торлаҡта төтөн һәм газ еҫе сыҡһа телефонға датчиктар хәбәр ебәрәсәк. Колонка ла йортта күп уңайлыҡтар тыуҙыра.

Анатолий Золотухин, подрядсы ойошма етәксеһе

Яңы система менән ир тауыш командалары ярҙамында яҡтылыҡты һәм электр приборҙарын ҡабыҙа һәм һүндерә ала. Бынан тыш, фатирҙың ишектәре алыштырыла, ванна урынына душ кабинаһы ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ ғаилә башлығының үҙенең компьютеры барлыҡҡа килде.

Беҙ махсус хәрби операция ветерандарына уңайлы мөхит булдырыу буйынса эшләйбеҙ. Системаға яндекс колонка, саңһурғыс робот, компьютер һәм уның өҫтәле, кресло инә.

Игорь Дорошеев, подрядсы ойошма етәксеһе урынбаҫары

Иван Щербаков махсус хәрби операцияға 2022 йылдың көҙөндә мобилизация ваҡытында үҙ теләге менән юллана. Һигеҙ айҙан һуң контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүен дауам итә.

Һауанан дрондар һөжүм иткән ваҡытта уларҙан йәшенәм тип йүгергән саҡта ерҙәгенһенә баҫҡанмын. Бахмут, Мәскәү госпиталдәрендә унар сантиметрлап аяҡты өҙҙөләр. Яуҙаш дуҫтарҙың күбеһе иҫән түгел инде.

Иван Щербаков, Махсус хәрби операция ветераны
Башбат

2024 йылда ҡаты яраланғандан һуң һаулығы буйынса ул хеҙмәттән азат ителгән. Яугир тик ултырырға күнекмәгән. Икенсе төркөм инвалиды тыныс тормоштағы хеҙмәтен дауам итер өсөн үҙенә уңайлыҡтар тыуҙыра.

Протез менән педалгә баҫыу уңайһыҙ. Машинаны ҡул менән идара итер өсөн рычаг һатып алып ҡуйҙым.

Иван Щербаков, Махсус хәрби операция ветераны

Иван Щербаковҡа айына бер нисә тапҡыр Миәкә, Иглин, Бөрө райондарына барып ҡайтырға ла тура килә. Ул 18 күперҙе таҙа һәм төҙөк тотоу өсөн яуаплы.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ