Өфөлә йәш рәссам Сәлимә Кинйәбаеваның беренсе шәхси күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле рәссам Азамат Ғариповтың уҡыусыһы экспозицияға 16 картинаһын сығарған. Ҡыл ҡәләм оҫтаһы гуашь, тушь һәм пастель кеүек төрлө материалдарға өҫтөнлөк бирә. Ижади эштәрендә йәмәғәт транспорты салонынан күренештәр, семәрле йорттар, ҡала урамдары сағылыш тапҡан. Сәлимә киләсәктә һынлы сәнғәткә һөйөүен профессиональ кимәлдә үҫтерергә теләй. Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбен тамамлап, юғары уҡыу йортона инеүҙе планлаштыра. Күргәҙмә менән яҡындан танышҡан билдәле рәссамдар мәктәп уҡыусыһының һәләтен юғары баһаланы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ