Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Йылдың тәүге айы тамамланып та килә. Ошо көндәрҙә Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәтпаркында Йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге Баймаҡ районының урындағы «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһе менән берлектә «Яңыйыл ғаилә уйындары-2026» муниципаль этабын ойошторҙо. Унда алдан һайлап алыутурын уңышлы үткән 5 ғаилә ҡатнашты.

Балалар ата-әсәләре менән төрлө эстафеталарҙа ҡатнашты. Һәр ғаилә бөтөнэтаптарҙы ла, берҙәмлек, үҙ-ара ярҙамлашыу, етеҙлек һәм еңеүгә ынтылышкүрһәтеп, мөмкин тиклем яҡшыраҡ үтергә тырышты. Ярыш йомғаҡтары буйынса Билалауылынан Кәримовтар ғаиләһе еңеүсе тип билдәләнде. Улар республика этабындарайон данын яҡлаясаҡ.

Ҡышҡы күңел асыуҙар һалҡын көндө лә йылыта.Сөнки ғаилә менән бергә күңелле ваҡыт үткәреү, сәләмәтлекте нығытыу өсөнфайҙалы булған ял минуттары һәр кемгә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ