Унда шарттар нефть һәм газ сәнәғәтенең индустриаль технология компанияларындағы кеүек.Студенттар һәм йәш белгестәр һанлы инструменттар менән эшләү өлкәһендә ғәмәли күнекмәләр аласаҡ. Үҙенсәлекле проект сәнәғәттә айти - белгестәр өсөн киң билдәле эш биреүселәрҙең береһе «Газпром нефть»компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Мультивендор лабораторияһы Рәсәйҙең Астра, BPMSoft Һәм Р7 төркөмдәренең алдынғы технологияларын берләштергән уникаль белем биреү системаһы.
Лаборатория дүрт кабинетҡа бүленгән Уларҙың һәр береһендә 12-14 эш урыны булдырылған. Лаборатория уҡытыу өсөн генә түгел, ә тикшеренеүҙәр үткәреү, проекттар эшләү һәм һанлаштырыу, автоматлаштырыу һәм айти-хәүефһеҙлек өлкәһендә ғәмәлдәге белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Студенттар алдынғы компанияларҙың айти - үҙәктәренә оҡшаш тулы технологик мөхиткә инәсәк, унда улар бизнес-процесстарҙы моделдәштерә, корпоратив сервистарҙан алып интеллектуаль модулдәргә тиклем ғәмәли ҡарарҙар сығара, һынауҙар үткәрә һәм тәҡдимдәр индерә аласаҡ. Айти -лаборатория ярҙамында һанлы компетенцияларға эйә булған белгестәр әҙерләнәсәк.



