БСТ каналы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды! Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы 2025 йыл һөҙөмтәләрен иғлан итте. 21-се кнопкала эфирға сыҡҡан төбәк телеканалдары араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы номинацияларҙың барыһында ла еңеү яуланы.
Халыҡты йәлеп итеү күрһәткесе буйынса беҙҙең канал 49 процент менән беренсе баҫҡысты биләне. Силәбенең ОТВ һәм Омскиҙың 12-се каналдары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Яңылыҡтарҙы яҡтыртыу күрһәткесе буйынса республиканың төп телеканалы 36 процент менән йәнә беренсе, Хабаровскиҙың Губернияһы икенсе, Силәбенең ОТВ каналы өсөнсө урынды яуланы.
Үҙ конентын булдырыу номинацияһында республиканың төп телеканалы 45 процент менән ийәнә беренсе баҫҡыста. Икенсе, өсөнсө урындарҙа Хабаровскиҙың Губерния һәм Ярославлдең «ЯПервый» телеканалдары.



