Йәмәғәтселек вәкилдәре, депутаттар һәм политологтар республика етәксеһенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә баһа бирә. “Бөгөн Радий Хәбиров сығышында яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамды көсәйтергә ҡушты. Беҙ бының менән тулыһынса килешәбеҙ. Хәрбиҙәребеҙ ил һағында тора, Рәсәйҙең киләсәге һәм суверенитеты өсөн алыша. Беҙ уларға һәр яҡлап ярҙам итергә, ғаиләләрен хәстәрләргә тейеш”, - ти парламент комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Радий Хәбиров сығышында “Барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән һүҙҙәрҙе девиз итеп алды. “Бик күп яҡташтарыбыҙ фронтта хеҙмәт итә. Республика оборона заказын үтәй, илдең оборона ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индерә. Беҙ Еңеү көтәбеҙ һәм ул килергә тейеш. Бөгөнгө мөрәжәғәтнамәнең төп маҡсаты ошо”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында.




