Шамил Вәлиев: "Һәр кем Еңеүгә өлөш индерергә тейеш"

Йәмәғәтселек вәкилдәре, депутаттар һәм политологтар республика етәксеһенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә баһа бирә. “Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы һәм ысын ир булараҡ көслө һәм мөһим һүҙҙәр әйтте. Бөгөн һәр кем Еңеүгә өлөш индерергә тейеш. Тыл һәм фронт берҙәм булғанда ғына неонацизмды ҡыйрата алырбыҙ”, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев.  

Шамил Вәлиев: "Һәр кем Еңеүгә өлөш индерергә тейеш"

“Махсус хәрби операция беҙҙең илдең коллектив Көнбайыш агрессияһына ҡаршы мәжбүри һәм берҙән-бер яуабы. Уның бөтә маҡсаттары үтәлергә тейеш”, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда 2025 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.  Яугирҙарға 54 ярҙам сараһы ҡаралған. Фронттан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу кешенең 78 проценты эшкә урынлаштырылған.  Республика Башлығы муниципалитет етәкселәренә был йүнәлештә алып барылған эште көсәйтергә ҡушты.

Фото №1 - Шамил Вәлиев: "Һәр кем Еңеүгә  өлөш индерергә  тейеш"
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ