«Башҡортостан продукты» брендына ҡараған тауарҙарға талаптар арта

Республика парламенты депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡулда йәйелеп торған ҡамыр, тәмлек компонентар менән тулы һутлы фарш һәм ярымфабрикаттар яһаусы оҫталарҙың тилбер бармаҡтары. Күптәр өсөн өйҙәге көндәлек эш тип һаналған процесс бында производство кимәлендә башҡарыла. Тиҙ бөгөлгән өсмөйштәрҙе хатта сәнғәт әҫәре менән тиңләргә мөмкин.

Бригадала йәмғһе ике тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙ. Улар билмән, хинкали, манты, голубцы, кәтлит һәм тағы ла 25 төрлө ярымфабрикаттар етештерә. Продукцияның көндәлек нормаһы меңәрләгән дана менән үлсәнә. Шул уҡ ваҡытта һәр берәмек етди тикшерелеп визуаль контроль үтә.

Ярымфабрикаттар етештереү цехы 2 йыл элек асылған. Аҙыҡ-түлек халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана. Бында етештерелгән продукция «Башҡортостан продукты» сифат билдәһе менән республикаланан тыш, башҡа төбәктәрҙә лә һатыуға сығарыла.

Беҙ Башҡортостан һәм күрше төбәктәр менән эшләйбеҙ. Бынан тыш Мәскәү һәм алыҫ себер тарафтарында ла беҙ етештергән продукцияны күпләп һатып алалар. Быйылдан йылҡы малын үҙебеҙ һимертеп-тәрбиәләйбеҙ, сифатлы иттән ярымфабрикаттар етештерәбеҙ.

Рузил Нәзиров, «Миловка деликатестары» компанияһы етәксеһе

Колбаса, быҡтырылған ит, тәм-том һәм сәйҙе Өфө, Белорет, Ҡыйғы, Баймаҡ, Дыуан һәм башҡа райондарҙың фермерҙары етештерә. Бөтә продукция «Башҡортостан Продукты» тамғаһы менән билдәләнә. Һатып алыусылар ҙа Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы маҡтай.

Үҙебеҙҙә етештерелгән продукция сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа булыуы менән күңелгә ята. Минең балаға ла был продукция оҡшай.

Мария Пономарева

Беҙҙең проекттың төп маҡсаты-халыҡта экологик яҡтан таҙа, сифатлы, натураль продукттар менән тәьмин итеү. Икенсе маҡсат етештереүселәрҙе үҙ тауарҙарын эске һәм тышҡа баҙарҙа танытыу өсөн берҙәм тауар маркаһы аҫтында берләштереү.

Светлана Дивнич, «Башҡортостан продукты» проекты етәксеһе

Тиҙҙән «Башҡортостан продукты» бренды аҫтында тауарҙарға талаптар көсәйәсәк. Республика парламенты депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Үҙгәрештәр етештереү урынынан юғары сифатты һәм хәүефһеҙлекте раҫлауға баҫым яһай. Йәмәғәт контроле лә эшләйәсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ