Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 10 гуманитар йөк оҙатылды

Уны ойоштороуҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, шулай уҡ Хөкүмәт ағзалары һәм республика халҡы ҡатнашты. Составында һәр ваҡыттағыса иң кәрәкле әйберҙәр. Тәү сиратта яугирҙар өсөн йылы кейемдәр, техника, дрондар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек. Исемлек яугирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Бынан тыш, йөк машиналарына мебель, комьютерҙар, китаптар тейәлгән. Улар Луганск халыҡ республикаһының шефлыҡҡа алынған учреждениелары балаларына тәғәйенәләнгән.



  Тарихтан белеүебеҙсә, илебеҙ халҡы еңеү өсөн берләшкән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең ниндәй генә партияла булыуҙарына ҡарамамаҫтан берҙәм көс менән фашистарҙы тар-мар иткән. Әле лә шундай уҡ хәл күҙәтелә.  

Илһам Ғәлин, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ