Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн туризм трендтары буйынса өс көнлөк уҡыуҙар үтте


Мәскәүҙә туристик кластерҙар ойоштороу компанияһы етәксеһе Ирина Хомутова ҡатнашылығында үткән оҫталыҡ дәресендә республикала туризм тармағын тағы ла үҫтереү өсөн проекттар ҡаралды. Башҡортостан туристарҙың иғтибарын йәлеп иткән иң матур төбәктәрҙең береһе. Республика уҙған йылда бөтә Рәсәй туристарҙы йәлеп итеү индексында 9-сы урынға сығып, илдең ТОП-10 төбәге исемлегенә ингән. Йыл һайын төбәккә туристар ағымы 2 миллионға тиклем етә. Күрһәткесте артабан да үҫтереү бурысы ҡуйыла. Әлегә туроператорҙар 800-ҙән ашыу туристик маршрут тәҡдим итә, яңыларын булдырыу буйынса эш алып барыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ