2020 йылдан тормошҡа ашырылған спорт сараһы төбәктең Түбәнге Ташбүкән ауылында ойошторолдо. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Архангел райондарынан килгән командалар суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, бүрәнә ауҙарыу кеүек һәм башҡа бәйгеләрҙә көс һынашты.
Түбәнге Ташбүкән ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының быйылғы ҡатнашыусыһы. Ошо маҡсатта урындағы халыҡ төрлө яҡлы саралар уҙғарырға тырыша. Күптән түгел Түбәнге Ташбүкән ауылы хакимиәтенә ҡараған Ҡурғашлы мәктәбендә хаҡлы ялдағы осоусы Салауат Мөхәмәтйәнов тарафынан «Салауат - АВИА» аэроклубы эш башланы. Ул Ғафури районы ДОСААФ-ының бүлексәһе булып тора. Йәш быуынды илһөйәрлектә тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яйға һалынған. Киләсәктә туристарҙы йәлеп итеү өсөн туристик база ла булдылыр тип көтөлә.



