Толоп фестивале Өфө халҡын йыйҙы. Ҡышҡы һабантуй башҡаланың «Нефтехимик» паркында ойошторолдо. Сара Башҡортостанда иғлан ителгән «Ҙур һәм татыу ғаилә» йылына арнала, халҡыбыҙҙың боронғо кейемен, милли уйындарын пропагандалауҙы, йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Толоп фестиваленән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ял иртәһе булыуға ҡарамаҫтан «Нефтехимик» ял һәм мәҙәниәт паркы дәртле йыр-моңдарҙан, шат тауыштарҙан яңғырап тора. Майҙан буйлап самауыр төтөнө таралған. Бөгөн бында тәүге тапҡыр «Толоп фестивале» гөрләй. Төп шарт байрамға толоп, быйма кейеп йәки милли кейемдә килеү. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс спорт ярыштары, милли уйындар көтә.
Ҡулсаға быйма ырғытыуҙан тыш, фестивалдә быймала йүгереү, уҡ атыу, футбол, тоҡ кейеп йүгереү кеүек башҡа уйындар ҙа ҡаралған. Еңеүселәр дөйөм мәрәй буйынса билдәләнә, ҡатнашыусылар эстафетаның бөтә этаптарын да үтеп сығырға тейеш.
Фестивалдең төп шартын үтәп толоп, быйма кейем килеүселәр байтаҡ. Боронғо кейемде стилләштереп тектереп алыусыларҙа, ата-олатайҙарынан ҡалған ҡомарты толопто һандыҡ төбөнән сығарып алыусылар ҙа бар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа милли кейемдә килгән. Айгөл Ғәлиуллина үҙенең күлдәк -камзулын өс йыл дауамында теккән, боронғо тәңкәләрҙе берәмләп йыйған.
Толоп фестивале боронғо кейемдәрҙе, милли йолаларҙы, кәсептәрҙе, уйындарҙы пропагандалай, балаларҙы, йәштәрҙе спортҡа йәлеп итә. Әлеге заманда саф һауа аҫтындағы уйындар компьютерға, телефонға бәйле быуынды урамға сығарыу, әүҙем тормошҡа ылыҡтырыу маҡсатын да ҡуя.
Ҡатнашыусыларҙың күплеге, паркка тотош ғаиләләре менән килеүҙәре «Толоп фестивале»нең үҙ маҡсатына ирешеүен иҫбатлай. Ҡышҡы уйындарҙы киләсәктә Өфөнөң башҡа райондарында ла ойоштороу планлаштырыла.
Р.Кәримова



