Башҡортостанда социаль һәм страховка түләүҙәре артты

Февраль айынан улар 5,6 процентҡа индексацияланды. Беҙҙең республикала район коэффициенты ҡулланыла. Шуға түләүҙәр суммаһы айырыла. Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие суммаһы хәҙер 32 мең 700 һумдан арта. Сабыйға йәш ярым булғансы минималь айлыҡ түләү 12 мең 270 һумға еткерелде. Бындай сумма март айынан килә башлай. Мотлаҡ саҡырылыш буйынса армияға  алыныусының ауырлы ҡатынына бер тапҡыр бирелә торған түләү 51 мең 812 һум була. Ундай хәрбиҙең балаһына ай һайын 22 мең 205 һум түләнә, тип  хәбәр итәләр Социаль фондтың  республика бүлексәһенән.

Фото №1 - Башҡортостанда  социаль һәм страховка түләүҙәре артты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ