Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә төп һәм берҙән-бер тема - махсус хәрби операция булды. - "Барыһы ла Еңеү өсөн" - тигән йүнәлеш бөгөн Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн иң мөһиме. Махсус хәрби операция локаль хәрби бәрелеш кенә түгел. Ул глобаль конфликттың бер өлөшө. Ғәҙел донъя ҡоролошо өсөн көрәш, тине Радий Хәбиров.




