Башҡортостанда төлкөләрҙең ауылдарға инеү осрағы йышайған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һаҡ булырға кәңәш итә. Күптән түгел Ҡырмыҫҡалы районында  төлкө  ихатаға  инеп  эткә  ташланған. Быйыл ғына был йәнлектең  кешеләргә  сығыуына бәйле  50-нән ашыу осраҡ теркәлгән. Ҡотҡарыусылар төлкөгә яҡын килмәҫкә, уны ашатмаҫҡа кәңәш итә. Кешегә ташланыу осрағы булһа 112 һандарына шылтыратырға кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостанда төлкөләрҙең ауылдарға инеү осрағы йышайған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ