Бөрйәндән Илдус Йортбағышев яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған

Был турала социаль селтәрҙә район башлығы Рәмил Абдуллин хәбәр итә. “Гвардия рядовойы 2024 йылдың июненән махсус хәрби биләмәһендә уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Хәрби заданиены үтәү барышында Илдус Йортбағышев хеҙмәт иткән бүлексә ҡаты дошман һөжүменә эләгә. Бер егет ауыр яралана. Илдус үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ут аҫтында уға ярҙам итергә ынтыла. Яҡташыбыҙҙың бик яҡшы белеп һәм үҙ-үҙен аямай юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ менән эш итеүе хәрби бурысын үтәргә һәм яраланған иптәшенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек бирә”,- тип яҙған район башлығы.

Фото №1 - Бөрйәндән Илдус Йортбағышев яу яланында иптәшенең ғүмерен ҡотҡарған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ