Радий Хәбиров Өфөнөң 2-се поликлиникаһында капиталь ремонт һөҙөмтәләрен ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Медицина учреждениеһына төбәк программаһы буйынса капиталь ремонт уҙғарылып, яңы мебель һәм медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән һанлы маммограф һатып алынған. Дөйөм сығымдар-яҡынса 149 млн һум тәшкил иткән. Поликлиникалағы үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.

Ишектән инеү менән пациенттарға һаҡсыл мөнәсәбәт. Уңайлы теркәү һәм табипты көтөү урындары булдырылған. Төбәк программаһы буйынса яңыртылған поликлиникала медицина ярҙамы сифатын күтәреүгә айырым иғтибар бүленгән.

Кабинетта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 24 ветеран иҫәптә тора. Шулай уҡ яугирҙарҙың ғаилә ағзалары ла ҡабул ителә. Һаулыҡ торошона бәйле контрактын өҙөп, бөгөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Урал Әхмәров хәрбиҙәргә күрһәтелгән иғтибар һәм хәстәрлек өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Поликлиникала 9 терапевт участкаһы эшләй, капиталь ремонттан һуң кабинеттар һаны арттырылған, аҙ мобилле кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырылған.

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиникаһының яңырыуы-пациенттарға ла, табиптар өсөн дә көтөп алынған ваҡиға. Утыҙ йыл эсендә бинала тәүге тапҡыр комплекслы төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров табиптар һәм пациенттар менән аралашып, яңыртылған поликлиника мөмкинлектәре менән танышты.

Льготалы категорияға ҡараусыларға дауалау препараттары тапшырыу пункты ойошторолған. Шулай уҡ киҫкен респиратор ауырыуҙар билдәләре булған пациенттарға айырым инеү юлы булған яңы бокс булдырылған.

Поликлиникала көндөҙгө стационар ҙа эшләй. Бында йылына ете йөҙҙән ашыу пациент ҡабул ителә. Ремонттан һуң һәр палата функциональ койка-креслолар менән тәьмин ителгән.

Төбәк башлығы поликлиниканың дауалау физкультураһы залын да ҡараны. Бында пациенттар реабилитацияһынан тыш, медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген нығытыу буйынса ла саралар күреләсәк. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфө ҡалаһында урынлашҡан дауалау учреждениелары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһы айырым иғтибар талап итә.

Медицина учреждениеһы менән бергә эргәләге биләмә лә төҙөкләндерелгән. Өфөнөң Совет районы хакимиәте тарафынан поликлиникаға илткән юл-тротуарҙар яңыртылған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ