Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында 25 метрлыҡ бассейн асылды

Бассейн «100 спорт объекты» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Бындай объекттар муниципалитеттарҙа республика етәксеһе башланғысы менән барлыҡҡа килә. Учреждениела күнекмәләр планы төҙөлә, йөҙөү ваҡыты билдәләнә. Сменаһына 40 кеше шөғөлләнә ала. Балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү өсөн дә шарттар бар. Объект һаулыҡ, балалар-үҫмерҙәр спорты һәм ғаилә ялы үҙәге буласаҡ. Бассейнда дүрт һыҙат, балалар зонаһы, кейенеү бүлмәләре, заманса йылытыу һәм һыуҙы таҙартыу системалары бар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ